ОЛОТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Бөрйән р‑ндары буйлап Ишембай р‑ны Кәбәс а. киңлегенән Ҡалғасау й. (Үрек й. ҡушылдығы) киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Ҡалыу һәм Оло Ҡалыу һырттары араһында ята. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса 6 км, үҙәк өлөшөнөң — 1,5 км, төньяҡ өлөшөнөң — 3 км, абс. бейеклеге 783 м. Һыртта 653—783 м бейеклектәге түбәләр айырылып тора. Рельефы тәпәш таулы, битләүҙәре текә, көньяҡ өлөшөндә даими һәм ваҡытлыса аҡҡан һыуҙарҙың күп һанлы уйһыулыҡтары м‑н ҡатмарланған. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы тоҡомдарынан (аркозлы ҡомташтар, алевролиттар, ваҡ ҡырсынташлы конгломераттар) ғибәрәт. Һыртта Үрек й. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы йомшаҡ япраҡлы урмандарҙан тора.

Тәрж. И.М.Япаров

Яндекс.Метрика