• Печать

ОЛО ЮРМАТАУ, Ю р м а т ы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Оло Нөгөш һәм Бәләкәй Берәтәк йй. (Нөгөш й. басс.) араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 6 км, абс. бейеклеге 857 м (Оло Юрмаш тауы). Һырт Оло Нөгөш й. ҡушылдыҡтарының уйһыулыҡтары һәм үҙәндәре м‑н йырғыланған. Түбәһе яйла һымаҡ, унда ике түңәрәк суҡаҡ бар, көньяҡ һәм төньяҡ‑көнбайыш өлөшө текә. Урта рифейҙың егәлгә свитаһына ҡараған кварц ҡомташтарынан, конгломераттарҙан, алевролиттарҙан, һәүерташтарҙан тора. Көнсығыш битләүҙәренең ландшафы аҡһыл һоро урман тупрағындағы ҡайын, уҫаҡ, ҡарағас урмандарынан, көнбайыш битләүҙәре ҡарағай урмандарынан ғибәрәт. Түбәләрен һәм төньяҡ армыттарын тау болондары биләй.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке