ОЛО ЭЙЕК, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Ҡананикольский а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта башлана. БР‑ҙың Йылайыр, Күгәрсен (Мораҡ а. эргәһендә көньяҡҡа борола), Ейәнсура р‑ндары, Ырымбур өлк. буйлап көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай аға һәм Һаҡмарға (тамағынан 220 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 341 км, басс. майҙаны 7670 км2, дөйөм түбәнәйеүе яҡынса 545 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Мораҡ эргәһендәге үрге ағымында йыллыҡ аҡманың 71,2%‑ы — яҙғы (апр.—май), 15,7%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 13,1%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3/с): Мораҡ эргәһендә — 15,7, Ырымбур өлк. Поляковка а. эргәһендә — 51,6 (Һаҡмар й. иң мул һыулы ҡушылдығы). Басс. рельефы эрозия селтәре м‑н йырғыланған (тар һыу айырғыстары булған тәрән үҙәндәр һәм йырындар). Басс. көнсығыш өлөшө девон һәм карбондың алевролит, эзбизташ ҡатыш ҡомташтарынан һәм балсыҡлы һәүерташтарынан торған Йылайыр яйлаһында урынлашҡан. Көнбайыш өлөшө тигеҙ, пермдең ҡомташтарынан, эзбизташтарынан, мергелдәренән, доломиттарынан һәм алевролиттарынан ғибәрәт. Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. тирә‑яғында карст формалары таралған: упҡындар, ер аҫты күлдәре, мәмерйәләр һ.б. Йылға үрге ағымда тарлауыҡ барлыҡҡа килтерә, аҫҡыһында — һыубаҫар туғай күлдәре бар. Көнсығыш өлөшөнөң ландшафы тау‑урман һәм ябай тау тупраҡтарындағы ҡарағай‑ҡарағас урманынан, көнбайышта — типик һәм ябай ҡара тупраҡтағы таулы урман‑даланан һәм далаларҙан тора. Басс. көньяғында майҙандың күп өлөшө һөрөлгән. БР терр‑яһындағы ҡушылдыҡтары: уң — Кесе Эйек, Наҡаҫ, Ташлы; һул — Ҡыуалат, Бирҙәш, Ерекле, Үрген, Оло Һүрәм һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика