ОЛО ЫЙЫҠ, йылға, Әй й. уң ҡушылдығы. Әҙәм һыртының (Силәбе өлк.) көнбайыш битләүендә башлана. Силәбе өлк., БР‑ҙың Балаҡатай, Мәсетле р‑ндары буйлап көнсығыштан көнбайышҡа табан аға һәм Әй й. (тамағынан 138 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 108 км, басс. майҙаны 1460 км2, дөйөм түбәнәйеүе 260 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 60,2%‑ы — яҙғы (апр.—май), 26,9%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.) һәм 12,9%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 8,6 м3/с. Йылға башы карбон һәм пермь тоҡомдарынан (аҫҡы бүлектәре) торған түбәнлектәрҙәге тәпәш тауҙарҙа урынлашҡан. Карбонатлы, күбеһенсә асыҡ карст үҫешкән. Урта һәм түбәнге ағымдары Йүрүҙән‑Әй тигеҙлеге буйлап аға. Рельефы йылға үҙәндәре, ҡулауыҡтар, һыҙалар м‑н ныҡ йырғыланған. Йылға басс. һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы һәм шыршы‑аҡ шыршы, көнсығыш өлөшөндә ҡарағай урмандары таралған. Тамағында йыуылған һәм көлһыуланған ҡара тупраҡтағы төньяҡ урман‑дала (ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандар һәм ҡыяҡлы‑төрлө үләнле далалар) үҫешкән. Басс. 42%‑ын урман ҡаплаған, 26%‑ы һөрөлгән, 1%‑ы һаҙланған. Ҡушылдыҡтары: уң — Васйылға, Исҡуш; һул — Тәршә һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

 

Яндекс.Метрика