ОЛО ШЕЛОМ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы бейеклеге б‑са өсөнсө тау түбәһе, Егәлгә һыртының иң бейек нөктәһе. Белорет р‑нында ята. Абс. бейеклеге — 1427 м, оҙонлоғо — яҡынса 3 км, киңлеге — 2,2 км. Рельефында 900 м бейеклеккә тиклем һөҙәк тау итәктәре, 1000 м бейегерәк — тар текә битләүҙәр, 1400 м бейегерәк көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле бәләкәй армытта яҫы тау түбәһе асыҡ күренә; курумдар һәм таш һибелмәләре бар. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы тоҡомдарынан (кварцит, квар‑ цитлы ҡомташ) тора. Итәгендә Оло Ҡытау й. (Йүрүҙән й. басс.) ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күренә: 750—800 м бейеклектә шыршы һәм аҡ шыршы, икенсел ҡайын һәм уҫаҡ урмандары үҫә; 1100—1200 м бейеклектә шыр‑ шы урмандары киң таралған; өҫтәрәк парк шыршылыҡтары булған тау бүлкәте һәм тау тундраһы булған яланғас бүлкәт үҫешкән.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Яндекс.Метрика