АНДРЕЙ (донъяуи исеме Ухтомский Александр Алексеевич; 26.12.1872, Ярославль губ. Вослома а. — 1.9.1937, Рыбинск ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ярославль ҡ.), Рәсәйҙең күренекле дин әһеле һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1913—21). Дини тәғлимәт канд. (1895). Архиепископ (яҡынса 1923—24), архимандрит (1899). Монахлыҡ ҡабул иткән (1895). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1895) Рәсәйҙәге дини уҡыу йорттарында уҡыта. 1907 й. алып Ҡазан епархияһында викар епископ, 1911 й. — Сухуми епискобы. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Көнсығыш Рәсәй мәҙәни‑ағартыу ойошмаһын булдыра, “Ярлылар тураһында хәстәрлек менән” тигән сиркәү‑мәхәллә кооперативын ойоштороу инициаторы була (1917). Февраль революцияһын хуплап ҡаршы ала. Дини вазифаларға һайлау юлы м‑н билдәләү яҡлы була. 1917 й. 14 апр. алып Синодтың яңы составы ағзаһы, 1918 й. көҙөнән Себер ваҡытлы юғары сиркәү идаралығы ағзаһы; 1919 й. А.В.Колчактың 3‑сө армияһында дини етәксе була. 1925 й. Белокриницкий иерархияһына яҡыная, шул сәбәпле юғары сиркәү етәкселеге уны дини хеҙмәттән бушатһа ла, хеҙмәтен дауам итә (һуңғы урыны — Өфөләге Симеон сиркәүе). Бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә (1920, 1922—23, 1927, 1928—31, 1932). Атыла, 1989 й. аҡлана.

Хеҙм.: Нравственный смысл современных великих событий //Уфимские епархиальные ведомости. 1917. № 5, 6; Послание к пастырям и пастве Уфимской епархии //Шунда уҡ. 1917. № 23, 24.

Әҙәб.: Зеленогорский М.Л. Жизнь и деятельность архиепископа Андрея (князя Ухтомского). М., 1991.

В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.