ОЛО УРҒАҘА, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Ирәндек һыртының көнсығыш битләүенән башлана. БР‑ҙың Баймаҡ, Хәйбулла р‑ндары, Ырымбур өлк. терр‑ялары буйлап төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан аға һәм Урал й. (тамағынан 1885 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 87 км, басс. майҙаны 1890 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йәйге һәм ҡышҡы межень осоронда һыу ағышы туҡтай, йылға ваҡ‑ваҡ күләүектәр сылбырына әйләнә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 2,46 м3/с. Йылға үҙәне һынылыштарҙың ярылған зонаһында, көнсығыш һырттар ситендәге тәпәш тауҙар буйлап һуҙылған, түбәнге ағымында сусаҡлыҡтар булған убалы тигеҙлек м‑н киҫешә. Ландшафы ҡара тупраҡтағы ҡылғанлы һәм төрлө үләнле далаларҙан тора. Терр‑яның байтаҡ өлөшө һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Шүрәле, Ҡарамалы, Тулыбай, Мунса, Кесе Урғаҙа; һул — Кесем, Сағылүҙәк, Ҡарағайлы һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика