ОЛО ҺҮРӘМ, йылға, Оло Эйек й. һул ҡушылдығы. Йылайыр яйлаһының көньяҡ‑көнсығышында башлана. БР‑ҙың Йылайыр, Ейәнсура р‑ндары, Ырымбур өлк. буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға һәм Оло Эйек й. (тамағынан 58 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 92,6 км, басс. майҙаны 1545 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 12,2 м3/с. Йылға басс. тәрән уйылған үҙәндәр һәм тигеҙләнгән яҫы һыу айырғыстар хас. Ҡара тау тупрағында тау урман‑далаһы таралған. Йылғала йылға бағырының һәм европа бәрҙеһенең популяцияһы һаҡланған. Ҡушылдыҡтары: уң — Игешле, Саҙалы, Кесе Һүрәм; һул — Түңгәүер, Ҡарһаҡлы, Ямашлы һ.б.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика