ОЛО ҠАРАҒАС, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ишле (Оло Инйәр й. басс.) һәм Оло Әүжән йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, киңлеге яҡынса 4 км, абс. бейеклеге 881 м. Рельефы яйла һымаҡ, 3 түбәһе бар. Һырттың көнсығыш битләүҙәре һөҙәк, ваҡытлыса аҡҡан һыу ағымдарының тәрән булмаған уйһыулыҡтары бар. Текә көнбайыш битләүҙәренә курумдар хас. Машаҡ свитаһының кварцитлы ҡомташтарынан, конгломераттарынан, алевролиттарынан һәм эффузивтарынан тора. Ландшафы ҡарағас һәм ҡарағай урмандарынан ғибәрәт. Көтөүлек итеп файҙаланыла.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Яндекс.Метрика