ОЛО ҠАЛЫУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Ишембай һәм Белорет р‑ндарында ята. Бәләкәй һәм Оло Шешәнәк йй. (Еҙем й. ҡушылдыҡтары) араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 30 км, үҙәк өлөшөндә киңлеге яҡынса 4 км, абс. бейеклеге 821 м. 3 өлөштән тора. Тотороҡло һәм ваҡытлы һыу ағымдарының уйһыулыҡтары м‑н телгеләнгән көньяҡ өлөшөндә 791 м бейеклектәге яҫы түбә урынлашҡан. Үҙәк өлөшө бейек, битләүҙәре текә, бейеклектәре 779 м, 821 м һәм 816 м булған 3 осло суҡағы бар, көнбайыш битләүҙәренә рельефтың йырғыланыуы хас. Төньяҡ өлөшө яйла һымаҡ, бейеклеге 812 м булған түбәһе бар. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан һәм һәүерташтарынан тора. Көнбайыш битләүҙәрендә 15‑кә яҡын йылға (оҙонлоҡтары 10 км ашыу) — Оло Шешәнәк й. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы йүкәнән, имәндән, йыланан һәм сағандан торған киң япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт, текә битләүҙәрендә ҡарағай осрай.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018