ОЛО ҠАЛПАҠ, ҡая, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Иглин р‑ны Охлебинин а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Яҡынса 120 м бейеклектәге Ағиҙелгә төшөп торған текә ҡая. Аҫҡы пермдең көңгөр ярусы гипстарынан, ангидриттарынан, доломиттарынан һәм еңелсә балсыҡлы эзбизташтарынан тора. Ландшафы йүкә, имәндән торған киң япраҡлы ҡатнаш урмандарҙан һәм ҡаурый ҡылғанлы ҡоро болондарҙан ғибәрәт; урмандарҙа реликт — өсҡалаҡ күк көпшә һәм БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән башҡа үҫемлектәр осрай.

А.Ф.Ниғмәтуллин

Тәрж. И.М.Япаров

 

Яндекс.Метрика