ОЛО ИРӘМӘЛ, Кәбән, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы бейеклеге б‑са икенсе тау түбәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑ны Николаевка а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 1582 м. Рельефында төньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ йүнәлешле армыттар һәм 3 эре таш ишелмәһе булған түбә айырылып тора. Уйпатлыҡтарҙа ҡар июль уртаһына тиклем ята. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы тоҡомдарынан (кварцит‑ҡомташ һәм ҡомташ) ғибәрәт. Тау итәктәрендә Ҡарағай (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) һәм Тығын (Ағиҙел й. басс.) йылғалары башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күренә: көнбайыш битләүҙә 300—650 м, көнсығыш битләүҙә 350—700 м бейеклектә ҡарағай‑ҡайын урмандары үҫә; 650—1000 м бейеклектә — шыршы‑аҡ шыршы урмандары; 1000—1150 м бейеклектә — көнбайышында тау үҫемлектәре м‑н шыршы урмандары, көнсығышында — ҡарағаслыҡ; 1150—1350 м бейеклектә — шыршылы яланғас бүлкәт, 1350 м юғарыраҡ тау тундралы яланғаслыҡ таралған. Эндемиктар осрай: ирәмәл алтын тамыры, ирәмәл тырнағуты, Крылов зыягөлө, урал лаготисы, урал соссюреяһы һ.б.; реликттар: арктика талы, ҡылсыҡлы ағуна үләне, Ледебур еҙүләне, Леманн таутишәре, Эдер бетүләне һ.б.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Яндекс.Метрика