ОЛО ӘҮНӘР, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Силәбе өлк. Баҡты һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Силәбе өлк., БР‑ҙың Белорет р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға һәм Ағиҙелгә (тамағынан 1395 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 31 км, басс. майҙаны 948 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 6,64 м3/с. Басс. рельефы таулы, үҙәне Баҡты, Әүәләк һәм Оло Ирәмәл һырттары араһындағы соҡорҙарҙа урынлашҡан. Ландшафы көлһыу тау тупрағындағы ҡара ылыҫлы тау‑тайга урмандарынан тора; ҡайын урманы, болон һәм һаҙлыҡтар осрай. Басс. 62%‑ын урман ҡаплаған, түбәнге ағымында күп өлөшө һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Кесе Әүнәр; һул — Тығын, Иһәнәк һ.б.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика