ОЛО АСЫУҘЫ, У ч а л ы, Ю ш а л ы, Урал й. басс. күл. Учалы ҡ. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 3,1 км2, оҙонлоғо 2,8 км, киңлеге 1,1 км, уртаса тәрәнлеге 3,3 м (макс. — 5,5 м), һыу күләме яҡынса 8,0 млн м3, һыу йыйыу майҙаны — 7,6 км2. Тектоник күл, урта девон тоҡомдарында (туф ҡомташтары, туффиттар) барлыҡҡа килгән, соҡоро табаҡ һымаҡ; төбө һөҙәк, ләмле, сапропель м‑н ҡапланған (ҡалынлығы 3 м тиклем), төньяҡтан көньяҡҡа табан улаҡтар бар. Тымыҡ күл, Ҡарағайлы күленән ағып сыҡҡан шишмә ҡушыла. Яуым‑төшөм һәм ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Күл эвтрофлы, үтәләй туңыусан. Көньяҡ‑көнсығыш һәм төньяҡ ярҙары һөҙәк. Көнсығыш һәм көнбайыш яр буйҙарында Ҡаҡбаш (631 м), Ҡарағастүбә (586 м) һәм Шимәлдәк (536,8 м) тауҙары ята. Ландшафы асыҡ ылыҫлы һәм ҡарағай‑ҡайын урмандарынан тора, үҫемлектәрҙең дала төрҙәре осрай. Яр буйында күрән, ҡырҡбыуын, теҙмәяпраҡ һыу үләне, ябай ҡамыш, яҫыяпраҡ екән һ.б. үҫемлектәр үҫә. Аҡсарлаҡ, алабуға, ҡуҡый, өйрәк, сабаҡ, табан балыҡ һ.б. йәшәй. Күлдең төньяҡ- көнбайыш өлөшө һаҙланған.

Әҙәб.: Ф а т к у л л и н Р.А. Край мой учалинский... Учалы, 1999. 

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика