ОЛЛИ Альберт Иванович (3.11.1906, С.‑Петербург губ. Ухора а. — 1.10. 1965, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры һәм проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1931) Башҡ‑н геол. идаралығының пар‑ тия нач., өлкән геологы, 1938 й. алып Һарытау ун‑тында (1944 й. башлап каф. мөдире), 1954 й. — Геол. ин‑ты (Өфө) директоры. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһы, стратиграфия, тектоника м‑н бәйле. Ул тикшеренеүҙәрҙең формация ысулы нигеҙендә Көньяҡ Уралда кембрий алды ултырмаларының йәшен билдәләй. О. етәкс. Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһында, Яҡутстанда аэрогеол. һәм нефть‑газ эҙләү эштәре үткәрелә, БАССР‑ҙың, Көньяҡ Уралдың тектоник карталары, Уралдың геол. картаһы төҙөлә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1953).

Х е ҙ м.: Древние отложения западного склона Урала. Саратов, 1948. 

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика