ОЛИМПИЯ МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Хажы а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Хажы Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, карбондың визе ярусына ҡараған һоро эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Ҡоҙоҡтары булған ауыш‑горизонталь мәмерйә. Оҙонлоғо 1380 м, тәрәнлеге 122 м, уртаса киңлеге 8,1 м, уртаса бейеклеге 14 м, амплитудаһы 101 м, майҙаны 10300 м2, күләме 106600 м3. Ауыҙы (киңлеге 0,5 м, бейеклеге 0,6 м) Хажы Шиҙеһе й. кимәленән 120 м бейеклектә ҡоро үҙәндең уң битләүендә урынлашҡан. Унан көнбайыш йүнәлешле гале‑ рея (оҙонлоғо 200 м, киңлеге 30 м, бейеклеге 20 м тиклем) башлана, артабан һулға һәм уңға табан коридорҙар (оҙонлоҡтары 100 м тиклем) китә. Галерея көнбайышҡа илткән ауыш коридорға (оҙонлоғо 140 м, киңлеге 15 м тиклем, бейеклеге 40 м тиклем) күсә, унда 60 м һуң 50 м тәрәнлектәге ярыҡлы ҡоҙоҡтар системаһына ағып төшкән юғалыусы шишмә аға. Коридор төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле тарайған үткәүелгә (оҙонлоғо 60 м) күсә. Иҙәне балсыҡ, ҡом, ҡырсынташ м‑н ҡапланған; кальцитлы ҡатламдар осрай. Яҙ көнө инеү алды галереяһы боҙло сталактиттар һәм сталагмиттар м‑н ҡаплана. Мәмерйәлә йәй көнө т‑ра 6°С етә. Ярғанаттар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

 

Яндекс.Метрика