ОЛИГОМЕРҘАР (олиго... һәм гр. meјros — өлөш), молекула ҙурлығы б‑са мономерҙар һәм юғары молекулалы берләшмәләр араһында урынлашҡан гомологик рәттәр ағзаһы; мол. м. 103—104. Сығышына ҡарап тәбиғи һәм синтетик О. айыралар. Тәбиғәттә олигосахаридтар, битумдар компоненттары һ.б. сифатында осрай. Синтетик О. функциональ төркөмлө (реакцияға инә) һәм функциональ төркөмдәре булмағандарға бүленә. Реакцияға ингәндәр араһында би‑ (телехеллы, ике бер төрлө төркөмлө) һәм поли‑ (3 һәм унан күберәк төркөмдәр) функциональ (форполимерҙар) О. айыралар. Монофункциональ О. макромономерҙарға ҡарай. Шулай уҡ теломерҙарҙы (О. остарында төрлө тәбиғәтле билдәле төркөмлө түбән молекуляр тармағы), цикллы О. (2‑нән алып 9‑ға тиклем быуынлы, полимерҙарҙы синтезлау өсөн технологик яҡтан уңайлы форма булып тора) айыралар. О. физик‑химик үҙенсәлектәре мол. м. бәйле. Мол. м. артыуы һәм ошоға бәйле остағы төркөмдәрҙең тәьҫире үҙгәреүе олигомер гомологтары үҙенсәлектәренең айырылмаһы кәмеүгә, ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙең һыҙыҡлы бәйлелегенең боҙолоуына һәм полимерҙарға хас үҙенсәлектәр (ныҡ йәбешкәклек, юғары һығылмалы деформация һ.б.) барлыҡҡа килтерә. Би‑ һәм полифункциональ О. һыҙыҡлы һәм селтәрле полимерҙар, монофункциональ О. — һыртлы полимерҙар барлыҡҡа килтерә ала. О. макромолекулаларҙың үҫеүен тыйған реакцияларҙы ҡулланып полимерлашыу йәки поликонденсация, полимерҙар деструкцияһы, һәр стадияла реакция продукттарын айырып алған баҫҡыслы синтездар ярҙамында алалар. О. быяла пластиктар, ҡатламлы пластиктар, ағас‑сүс материалдары, пе‑ нопластар, лак, елем, компаундтар алыуҙа, мотор яғыулығы, майлағыс майҙар сифатында, полировкалау пасталары (синтетик балауыҙҙар) компоненттары итеп, ҡағыҙҙы гидрофоблау өсөн ҡулланалар. Этилендың фтор алмаштырылған сығарылмалары О. юғары т‑рала ҡайнаған май, йылы биргес, гидроприводтар өсөн шыйыҡса, олефиндарҙың окистарынан алынған О. өҫкө йөҙҙә актив матдәләр итеп ҡулланалар. Башҡортостанда 60‑сы йй. алып карбамид ыҫмалалары, эпоксид ыҫмалалары, олигоэтиленгликолдәр сығаралар (Салауат нефтехимия комб‑ты; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”). 70—80‑се йй. гетероген__катализаторҙар (һыланған фосфор к‑таһы) ҡулланып трикотаж етештереүҙә (Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы) елем сифатында ҡулланыу өсөн пропилендың шыйыҡ О. (“Салаватнефтеоргсинтез” ПБ) эшләнгән. Олигоэтилендар (балауыҙҙар) юғары баҫымлы полиэтилен эшләү процесында (“Уфаоргсинтез”, “Газпром нефтехим Cалават”), олигопиперилендар (синтетик әлифтәр) — изопрен эшләгәндә барлыҡҡа килә (Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы, “Каучук”). 60—70‑се йй. ӨНИ‑лә (С.С.Злотский, В.В.Зорин, Д.Л.Рахманҡолов) түбән олефиндарҙың һәм цикллы ацеталдәрҙең телогендар м‑н лак‑буяу сәнәғәтендә эреткестәр сифатында ҡулланыу өсөн һыҙыҡлы һәм гетероцикллы структуралы продукттарға теломерлашыуын тикшерәләр. 70—80‑се йй. БДУ (Р.Й.Биғлова, К.С.Минскер) һәм Органик химия ин‑ты (Ю.А.Сангалов) хеҙм‑рҙәре тарафынан ҡатмарлы составлы сеймалдан һәм юғары молекулалы изобутилен полимерҙарын каталитик деструкциялап олигобутилендар синтезлауҙың тура юғары селектив ысулдары эшләнә; О. изобутилен сығарылмаларының арил, арилен, феноллы, аминофеноллы һәм алюминор‑ ганик төрҙәрен (химик, термик, каталитик, ультратауыш ярҙамында) алыу ысулдары эшләнгән; антиоксиданттар, диэлектрик шыйыҡсалар һ.б. продукттар ала торған ионлы гидридлау процестары эшләнә. Органик химия ин‑тында (Ю.Я.Нелькенбаум, Т.В.Романко, Сангалов) май һәм елем сифатында олигосилоксандар һәм тәбиғи балауыҙҙар м‑н О. изобутилен ҡатышмалары эшләнә һәм индерелә. 80‑се йй. аҙ. У.М.Джемилев етәкс. Органик химия ин‑ты хеҙм‑рҙәре һәм С.М.Максимов етәкс. НИИнефтехим хеҙм‑рҙәре тарафынан металл комплекслы катализаторҙар ҡулланып пропилендың О. алыу технологияһы эшләнә, “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑нда тәж.‑сәнәғәт һынауҙары үткәрелә. 90‑сы йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑ты (А.И. Ильясова, Сангалов) этилсиликаттарҙы моно‑ һәм полиспирттар м‑н переэтерификациялау реакциялары, ш. иҫ. үҙағасты уның үҙенсәлектәрен модификациялап һәм ағас полимер композициялар булдырып спирт төркөмдәре м‑н полипереэтерификациялау, өйрәнелә. Биология ин‑тында (О.Н.Логинов, А.И.Мелентьев, Н.Г.Усанов) крахмалды ферментатив ысул м‑н ҡулланып 6—8 глюкоза быуыны ҡалдыҡлы (α, β, γ‑формалары) олигомер циклодекстриндарға деполимерлаштырыу үткәрелә, аҙыҡ‑түлек, фарм. һ.б. сәнәғәт тармаҡтары өсөн 300 кг β‑циклодекстрин алына. Һынауҙар “Витаминдар” ҒПБ‑нда (Мәскәү) үткәрелә.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Яндекс.Метрика