“ОКТЯБРЬСКНЕФТЬ” н е ф т ь һ ә м г а з с ы ғ а р ы у и д а р а л ы ғ ы, ЯСЙ. Серафимов, Кәпәй-Ҡобау, Петропавловка, Стахановка нефть ятҡылыҡтарын һәм Туймазы, Йәрмәкәй, Бүздәк р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән. Туймазы р‑ны Серафимов а. урынлашҡан. Составына 4 нефть сығарыу цехы, скважиналарҙы капиталь һәм ер аҫтында ремонтлау, ҡатламда баҫымды тотоу, нефтте әҙерләү һәм һурҙырып бушатыу, етештереүҙе автоматлаштырыу, электр ҡорамалдарын прокатлау‑ремонтлау һәм энергия м‑н тәьмин итеү, ғилми‑тикшеренеү һәм етештереү эштәре, быу һәм һыу м‑н тәьмин итеү, төҙөлөш монтаж‑ремонт, автотранспорт цехтары һ.б. ингән. Бырауланған скважиналар фонды — 2743 берәмек. 1952 й. “Башнефть” берекмәһе составында “О.” нефть сығарыу тресы булараҡ ойошторола, 1955 й. алып нефть промыслаһы идаралығы, 1970 й. — НГДУ, 1995 й. — “Башнефть” АНК филиалы, 2003 й. — ЯСЙ. 2005 й. ябыла, “О.” “Башнефть” АНК ААЙ‑ның “Башнефть—Өфө” филиалына инә. 2009 й. башлап “Башнефть” АНК ААЙ “Башнефть—Добы‑ ча” ЯСЙ‑ның “О.” НГДУ‑һы. “О.” тәүге тапҡыр “парафинға ҡаршы” лифт торбалары, торбаларҙы парафиндан таҙартыу өсөн “осоусы” ҡырғыстар, бер скважина м‑н бер үк ваҡытта һәм айырым ике ҡатламды файҙаланыу индерелә, контур эсен һыуландырыу, үҙәктән ҡыуғыс электр насостары, ҡатламды гидравлик ярыу, сығарыуҙы арттырыу маҡсатында скважиналарҙы гепанокислота м‑н эшкәртеү ҡулланыла, телемеханиканың ЧТ‑2К йышлыҡ системаһы һ.б. эшләнә. “О.” м‑н К.И.Коваленко, А.И.Суздальцев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика