ОКТЯБРЬСКИЙ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Өфөнән көнбайышҡа табан 185 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Майҙаны — 98,8 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 1,2; 1959 — 64,7; 1989 — 104,5; 2002 — 108,6; 2010 — 109,5. Милли составы: урыҫтар — 40,9%, татарҙар — 38,1%, башҡорттар — 13,3%. Ҡаланың иҡт. нигеҙе — машиналар эшләү һәм яғыулыҡ сәнәғәте. Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре, «“Башнефть” АНК» ААЙ “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “Туймазанефть” НГДУ‑һы, “Ойл‑сервис” ЯСЙ, “Автоприбор” сәнәғәт компанияһы ЯСЙ, Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑ты, “ОЗНА”, “ОЗНА—үлсәү системалары” ЯАЙ, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, “Пакер” ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ (металл изделиелар етештерә), “Стронег”, “Башнефтегазпроект”, “Европласт”, “Төҙөлөш материалдары”, “Тимер‑бетон”, “Башҡорт фарфоры”, “Октябрьский икмәге” ЯСЙ‑лары, “Алтын мөгөҙ” ит комб‑ты һ.б. эшләй. О. аша Куйбышев т. юлы (Урыссу—Октябрьский тармағы), Һамар—Өфө—Силәбе, Октябрьский—Йәрмәкәй автомобиль юлдары үтә. Туймазы‑Октябрьский сәнәғәт узелына инә. Ҡалала Нефть техник университеты, Иҡтисад һәм сервис университеты филиалдары, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумы, Октябрьский нефть колледжы, Октябрьский музыка колледжы, иҡт. техникумы, 3 һөнәрселек лицейы, ПУ, 19 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 15‑е урта мәктәп, 4 гимназия, махсус коррекция мәктәбе, 29 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, хореография, художество мәктәптәре, 2 балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы, 4 ДЮСШ; ҡала дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер; Йәштәр һарайы, 11 китапхана, Октябрьский музейы, Спорт һарайы, стадион (ҡара: “Стадион”), “Спартак” спорт‑һауыҡтырыу комплексы; 4 мәсет, сиркәү бар. “Октябрьский нефтяник” һәм “Тыуған яҡ” (татар телендә) гәз. сыға. 1937 й. Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштергәндән һуң Соцгород ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1940 й. алып эшселәр ҡасабаһы, 1942 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1946 й. хәҙ. статусын ала, ҡала эсенә Мулла, Мәскәү, Нарыш, Төрөкмән, Үрге Зәйет аа. ингән. Ҡалала 2 мәҙәни мираҫ объекты бар: Гагарин Ю.А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто (1953), “Һалдат уйҙары” һәйкәле (1970).

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова 

 

Карта: Октябрьский

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика