АЛГОЛЬ, Персей β‑һы, үҙгәреүсе тотолоусы-ҡуш (зәңгәрһыу һәм һары) йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 69 сәғ эсендә 2m,2—3m,5 сиктәрендә даими рәүештә үҙгәреп тора. Ерҙән яҡынса 88 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай. БР терр‑яһында байымай торған яҡтыртҡыс, йыл әйләнәһенә күренә. Нояб.—дек. төн уртаһында йондоҙ көньяҡҡа офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (75°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. З.Н.Алтынбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.