ОКТЯБРЬ МӘМЕРЙӘҺЕ, Ғафури р‑ны Ташаҫты а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3,7 км алыҫлыҡта Еҙем й. уң ярында, “Еҙем тәбиғи паркы” терр‑яһында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө девондың фамен ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Шахта м‑н асылған горизонталь галереялы ҡыуышлыҡтан тора; Киндерле мәмерйәһе м‑н бергә берҙәм спелеосистема барлыҡҡа килтерә. Оҙонлоғо 1523 м, уртаса киңлеге 5,5 м, уртаса бейеклеге 10,6 м, амплитудаһы 98 м, майҙаны 8377 м2, күләме 71200 м3. Ауыҙы (киңлеге 4 м, бейеклеге 8 м) шахтаға (тәрәнлеге 83 м) төшкән упҡын рәүешендә. Шахтаның көнсығыш стенаһы конгломераттан тора. Шахта төбөндә ҡыуыш (оҙонлоғо 40 м, киңлеге 15 м, бейеклеге 10 м) бар, унан тәпәш бөгөлмәле юл (оҙонлоғо 10 м) периодик рәүештә ҡар һыуы баҫып торған Көрән залға (оҙонлоғо 28 м, киңлеге 14 м, бейеклеге 17 м) илтә. Залдың көнсығыш мөйөшөндә ләмләнгән Шоколадка тишеге урынлашҡан. Көрән залдан көнсығышҡа табан коридор (оҙонлоғо 170 м, бейеклеге 5 м тиклем, киңлеге 1,5 м тиклем) бара, уның буйлап залға шишмә (һыу сығымы 0,1 л/сек) аға. Коридор галереяға (төньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо 350 м, киңлеге 11 м, бейеклеге 1 м тиклем, көньяҡ өлөшөнөң — шуға ярашлы 445 м, 20 м, 3 м) илтә, уның төньяҡ өлөшө буйлап Киндерле мәмерйәһендә башланған шишмә аға. Галерея төньяҡ өлөшөнөң уртаһында көнсығыш йүнәлешле Тәре залы (оҙонлоғо 90 м, киңлеге 30 м, бейеклеге 15 м тиклем) аша үтә. Зал иҙәнендә таш киҫәктәре тупланмалары бар. Галереяның төньяҡ өлөшө балсыҡ, аҡ һәм ҡыҙыл‑көрән төҫтәге сталагмиттар м‑н ҡапланған таш киҫәктәре өйөмө м‑н тамамлана. Көньяҡ йүнәлешендә галерея ҡоро, уның тармаҡланған урынында Аҡ зал (оҙонлоғо 60 м, киңлеге 28 м, бейеклеге 4 м тиклем) урынлашҡан, унда көпшәле (оҙонлоғо 0,8 м тиклем), конус һәм флаг формаһындағы сталактиттар, колонналар, тамыҙғыстар, аҡ төҫтәге конус һәм массив тығыҙ сталагмиттар бар. Мәмерйәлә йәйге т‑ра +6°С, ҡышҡы — 0°С. Ярғанаттар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров 

Октябрь мәмерйәһе. План

Яндекс.Метрика