ОЗОН (гр. телендә оzon — еҫле), О3, кислородтың аллотроп модификацияһы, газ (шыйыҡ хәлдә ҡарағусҡыл күк, ҡаты хәлдә шәмәхә‑күк төҫтә); tҡайнау—112°С; tиреү—192,6°С. Аҙ концентрацияла булғанда саф хуш еҫле, ҙур концентрацияла киҫкен еҫле, ағыулы, ПДК‑һы 0,16 мг/м3. Атмосферала кислород молекулаһы фотолитик тарҡалғанда йәки йәшен ваҡытында электр разряды арҡаһында барлыҡҡа килә; тигеҙ таралмаған, атмосферала иң күп миҡдары 20—25 км бейеклектә күҙәтелә, ергә яҡын ҡатлауҙа О. концентрацияһы антропоген факторҙар арҡаһында арта. Ерҙә тормошто һаҡлау вазифаһын үтәй, тере организм һәм үҫемлектәр өсөн зарарлы ультрафиолет нурҙарын (300 нм кәмерәк) һеңдерә. О. атмосферала тәүлек, миҙгел һәм йыл әйләнәһендәге кимәле ҡояш активлығының үҙгәреүенә бәйле. Тәбиғи һәм сәнәғәт тарафынан сығарылған озон тарҡатҡан матдәләр (бигерәк тә поляр өлкәләрҙә — “озон ярығы”нда ныҡ күҙәтелә) О. атмосферала кәмеүенең сәбәбе булып тора. Сәнәғәттә О. һауанан йәки кислородтан озонаторҙарҙа быҫҡый торған электр разряды ҡулланып алалар. О. эсә торған һыуҙы зарарһыҙландырыу, туҡымаларҙы ағартыу, минераль майҙарҙы, сәнәғәт ағынты һыуҙарын таҙартыу өсөн, ҡиммәтле кислородлы берләшмәләр (мәҫ., адипин к‑таһы) етештереүҙә һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып Химия ин‑тында (Г.А.Толстиков) О. нескә органик синтезда алкендарҙы трансформациялау өсөн ҡулланыла. В.Н.Одиноков етәкс. үткәрелгән изопрен һәм бутадиендың цикллы олигомерҙары м‑н полимерҙарын α, ω-бифункциональ бирелгән (Z)‑ һәм (Е)‑конфигурациялы туйындырылмаған берләшмәләр алыу өсөн озонлау б‑са тикшеренеүҙәр феромондар, ювеноидтар, ациклик изопреноидтар, полипренолдар синтезлау ысулдарын эшләүгә мөмкинлек бирә (Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец, В.Р.Әхмәтова). Төрлө класлы органик берләшмәләрҙең О. реакциялары механизмдарына систематик тикшеренеүҙәр үткәрелә (В.Д.Комиссаров, В.В.Шерешовец). 90‑сы йй. алып О. окислау реагенты булараҡ Органик химия, Нефтехимия һәм катализ ин‑ттарында тәбиғи берләшмәләр химияһын өйрәнеүҙә киң ҡулланыла.

С.Л.Хурсан

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Яндекс.Метрика