ОЗЕРСКИЙ, Әй й. басс. һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Озеро һәм Һикәяҙ аа. араһында урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 350,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,1 м, эшкәртелмәгән торф запасы 4675,0 мең м3. Туйы‑ ныуы ҡатнаш, О. Һикияҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) башлана. Һаҙлыҡ төркөмдәренең күрән һымаҡтар, ҡамыш һымаҡтар һ.б. төрҙәре бар. Ҡара ҡарағат, мурт эт муйылы, ябай балан, бейек андыҙ, бесәй үләне, инглиз ысыҡ үләне, ҡаҙ үләне, тутыҡ схенус һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, аҫ, йәтсә, ҡоралай, мышы, төлкө, шәшке, һайраусы һәм һыу ҡоштары һ.б. йәшәй.

А.М.Гәрәев

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.