ОЖИГАНОВ Дмитрий Герасимович (30.10.1892, Бөрө ҡ. — 27.10. 1978, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1954), проф. (1955). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). Мәскәү геология‑разведка ин‑тын тамамлаған (1930). 1913 й. алып Башглавполитпросветта уҡытыусы, китапханалар, китапхана бүлеге мөдире булып эшләй, 1923—25 йй. Халыҡ мәғарифы ин‑тында, 1930—72 йй. БДУ‑ла (1955 й. башлап физик геогр., геол. һәм геоморфол. каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1930—46 йй. Башҡ‑н геол. идаралығында: мәғдән булмаған файҙалы ҡаҙылмалар төркөмө етәксеһе, баш инженер, өлкән геолог, партия нач., баш геолог. Фәнни-производство эшмәкәрлеге геология, стратиграфия м‑н бәйле. О. тарафынан Башҡорт мегантиклинорийының, Йылайыр синклинорийының һәм Уралтау зонаһының тектоник һәм геол. төҙөлөшө тикшерелә, белорет метаморфик комплексы, мәҡсүт метаморфик комплексы һәм һәүәнәк метаморфик комплексы айырып күрһәтелә, уларҙы ентекле айырыу үткәрелә. О. етәкс. БАССР һәм Ырымбур өлк. 1:500000 һәм 1:1000000 масштаблы геол. карталары, БАССР‑ҙың файҙалы ҡаҙылмалары карталары төҙөлә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949). Бөрйән р‑нында О. исеме м‑н мәмерйә аталған.

Х е ҙ м.: Геологические экскурсии вокруг г.Уфы. Уфа, 1927.

Әҙәб.: А л е к с е е в А.А., Ф а т к у л л и н Р.А. Дмитрий Герасимович Ожиганов, первый доктор геолого‑минералогических наук Башкирии //Прошлое, настоящее и будущее географической науки в Республике Башкортостан: географические чтения: сб. материалов и тез. докл. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика