ОДИНОКОВ Виктор Николаевич (22.12.1937, Клин ҡ.), химик‑органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), химия ф. д‑ры___(1981), проф. (1984). РФ‑тың (1998), БАССР‑ҙың (1987) атҡ. фән эшмәкәре. Мәскәү химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА Себер бүлегенең Органик химия ин‑тында (Новосибирск ҡ.), 1967 й. — Ленинград пластик массаларҙы полимерлаштырыу ҒТИ‑ның филиалында һәм тәж. з‑дында (Новосибирск ҡ.) эшләй. 1970 й. алып Өфөлә: Органик химия ин‑тында лаб. мөдире, 1992 й. — Нефтехимия һәм катализ ин‑тында лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге синтетик һәм туйынмаған тәбиғи берләшмәләрҙең контролдә тотолған озонолизы нигеҙендә түбән молекуляр биокөйләгестәрҙе, тәбиғи продукттарҙың йүнәлешле трансформацияһын эшләүгә арналған. О. етәкс. эйәртеүле диендарҙың олигомерҙарын һәм полимерҙарын селектив юл м‑н озонолизлау ысулдары табылған, бал ҡорттарының ҡылыҡтарын көйләү һәм урман, а.х. зыян килтергән ҡоротҡос бөжәктәрҙең һанын кәметә торған препараттар алырға мөмкинлек биргән феромондарҙы, ювеноидтарҙы, терпеноидтарҙы, полипренолдарҙы синтезлауға яңы ҡараштар асылған. О. экдистероидтар (бөжәктәрҙең тышса алмаштырыу, әүерелеш, диапауза гормондары) һәм тәбиғи антиоксиданттар — токоферолдар (Е витамины) химияһына байтаҡ өлөш индергән. Уның тарафынан Е витаминының һыуҙа иреүсән аналогтарын синтезлау ысулдары уйлап табыла, һыйыртел үләненең экдистероид составы тикшерелә, 18 фитоэкдистероид идентификациялана, уларҙың төп компоненты — 20‑гидроксиэкдизондың химик трансформациялары башҡарыла, һирәк һәм тәбиғи сығанаҡтарҙа аҙ булған фитоэкдистероидтар һәм уларҙың мед., а.х. ҡулланылған перспективалы аналогтары синтезлана. 860‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 140 уйлап табыу авторы. “Вестник Академии наук Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы хәбәрҙәре”) ж. баш мөхәррире (1995—2004). А.М.Бутлеров ис. пр. лауреаты (1988).

Х е ҙ м.: Синтез феромонов насекомых. Уфа, 2001 (авторҙ.); Семиохемики в защите зерна и продуктов его переработки от вредных насекомых. Уфа, 2005 (авторҙ.); Новые средства, потенциально пригодные для лечения опасных паразитарных инфекций, провоцируемых климатическими изменениями //Здоровье населения России: влияние окружающей среды в условиях изменяющегося климата. М., 2014.

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика