ОГАРИНОВ Иван Степанович (17.6. 1918, Ҡазан губ. Аликово а. — 12.11.1988, Өфө), инженер‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Свердловск тау ин‑тын (1943), Нефть сәнәғәте акад. (Мәскәү, 1953) тамамлаған. 1943 й. алып “Башнефтегеофизика” тресында эшләй: геофизик партиялар нач., етештереү бүлеге нач., баш инженер; 1955—84 йй. Геология ин‑тында: ғилми секретарь, өлкән ғилми хеҙм‑р, бүлек мөдире. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге промысла геофизикаһы, тектоника м‑н бәйле. О. етәкс. Көньяҡ Уралдың тектоник төҙөлөшөнә, кристалл нигеҙгә тикшереү үткәрелә; уның тарафынан БАССР‑ҙың тектоник районлаштырыу картаһы төҙөлә. 130 фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Х е ҙ м.: Глубинное строение Урала. М., 1974.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика