ОВЧИННИКОВ Лев Николаевич (9.10.1913, Пермь ҡ. — 14.4.2002, Мәскәү), геолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1964), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1937). Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың геол. төҙөлөшө һәм металлогенияһы проблемаларына арналған. О. тарафынан тәүге тапҡыр эндоген мәғдән барлыҡҡа килеү процестарына эксперименталь тикшереү үткәрелә, Уралдың беренсе геохронологик шкалаһы эшләнә. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), “Почёт Билдәһе” (1975) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Контактово‑метасоматические месторождения Среднего и Северного Урала. Свердловск, 1960.

И.А.Хәйретдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика