ОВАНЕСОВ Гурген Павлович (20.7.1909, Баҡы губ. Кирк а. — 9.10.1993, Мәскәү), инженер‑геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1961). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1959), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1979), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлаған (1931). 1952—63 йй. “Башнефть” берекмәһенең баш геологы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм газға геология-разведка эштәрен ойоштороу, нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н бәйле. О. тарафынан нефть, газ эҙләү һәм разведкалауҙың геол.‑геофизик ысулдары, уларҙың ятыштарының классификацияһы эшләнә. О. етәкс. Арлан нефть ятҡылығы, Маншыр нефть ятҡылығы, Шкапов нефть ятҡылығы һ.б. асыла һәм үҙләштереүгә индерелә. 135 фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. лауреаты (1950). Ленин (1955, 1959), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), “Почёт Билдәһе” (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Формирование залежей нефти и газа Башкирии. М., 1962.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

Яндекс.Метрика