ОБРЕИМОВ Иван Васильевич (24.2.1894, Аннеси ҡ., Франция — 2.12.1981, Мәскәү), физик. СССР ФА акад. (1958). Петро‑ град ун‑тын тамамлаған (1915). Фәнни хеҙмәттәре кристалдар физикаһы һәм молекуляр спектроскопия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. О. тарафынан иретмәлә монокристалдарҙы үҫтереп алыу ысулы, уларҙың пластик деформацияһы һәм оптик үҙсәнлектәре өйрәнелә. Түбән т‑раларҙа органик кристалдарҙың спектрҙары тикшерелә. Уның етәкс. ҡатмарлы берләшмәләрҙең инфраҡыҙыл спектрҙары атласы баҫтырып сығарыла. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы Өфөгә эвакуацияланған осорҙа Украина ССР‑ы ФА‑ның Л.В. Писаржевский ис. Физик химия ин‑тында эшләй. Уның тарафынан ҡоростоң, иретмәләрҙең һ.б. сифатын тикшереүҙең фотоэлектрон һәм спектраль ысулдары уйлап табыла. Френель дифракцияһы теорияһы һәм уның һыныу күрһәткесен үлсәүҙең аныҡ ысулдарына ҡушымталары б‑са тикшеренеүҙәрҙе тамамлай. Дисперсияны билдәләү теорияһын төҙөй һәм уның ысулын (Обреимов ысулы) эшләй. Тикшеренеү һөҙөмтәләре самолёт системаларын камиллаштырған, химик ҡатышмаларҙы өйрәнгән ваҡытта аэродинамик торбаларҙа газдарҙың хәрәкәтен анализлау өсөн ҡулланылған. Сталин пр. лауреаты (1946).

Х е ҙ м.: О приложении френелевой дифракции и технических измерений. М., 1945.

М.А.Сәйетова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика