Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/N/NUTRIA.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/N/NUTRIA.jpg'

НУТРИЯ, һ а ҙ ҡ о н д о ҙ о (Myocastor coypus), кимереүселәр отрядының нутрия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Көньяҡ Америка тропик бүлкәттәренең субтропик һәм көньяҡ өлөшөнөң урман зонаһында таралған; Төньяҡ Америкала, Европала, Урта Азияла, Кавказ аръяғында һәм Төньяҡ Кавказда яраҡлашҡан. Кәүҙә оҙонлоғо 60 см тиклем, ауырлығы 12 кг етә. Йөн япмаһы ҡаты ҡылдан һәм ҡыҫҡа ҡуйы аҫҡы йөндән тора; һорғолт көрән, ян‑яғы асығыраҡ төҫтә. Башы ҙур, күҙе м‑н ҡолағы бәләкәй. Танау тишегендә һыуға сумғанда тартылған япҡыс мускулдары бар. Аяғы ҡыҫҡа, алғыһы 4 бармаҡлы, артҡыһы 5 бармаҡлы, оҙонораҡ һәм ҙурыраҡ; артҡы аяғының бармаҡтары, тышҡыһынан башҡа, йөҙөү ярылары м-н тоташҡан. Ҡойроғо 45 см тиклем, йомро, тәңкәле тире м-н ҡапланған. Моногам. Енси яҡтан 3–8 айҙа өлгөрә, йылына 2 тапҡыр 2—8 бала тыуҙыра. 8—10 йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Һыу үҫемлектәре м-н туҡлана. Ярым һыу йәшәү рәүеше алып бара, күл, һаҙлыҡ һәм яй ағымлы йылға ярҙарын төйәк итә. Текә ярҙа өң ҡаҙа йәки түңгәктәрҙә, екән һәм ҡамыш үҫентеләрендә асыҡ оя яһай. Башҡортостанда Н. – ҡиммәтле тиреле йәнлекселек объекты, аҫрау системаһы – ситлектә. Н. ите ашарға яраҡлы.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика