НУРЛЫҒАЯНОВ Разит Баязит улы (29.1.1961, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Исәмәт а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994), Кемерово өлк. агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙм‑ре (2012). Журналистар союзы ағзаһы (1996). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Илеш р‑нында эшләй: “Уңыш” к‑зы агрономы, ВЛКСМ‑дың район ком‑ты секретары, 1‑се секретары, “Коммунизм таңы” һәм “Уңыш” к‑здарының партия ком‑ты секретары, 1986 й. алып “Уңыш” к‑зы рәйесе, 2001 й. — а.х. идаралығы нач. урынбаҫары, 2002 й. — «Илеш “Сельхозхимия” һы» МУП‑ы рәйесе. 2006 й. башлап Кемерово өлк.: “Октябрьское” ЯСЙ дир., бер үк ваҡытта Кемерово а.х. ин‑тында уҡыта, 2013 й. алып Яшкино р‑ны башлығының 1‑се урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлекселек продукцияһын етештереү технологиялары уйлап табыуға арналған. Н. тарафынан ужым арышының иген сифатын күтәреү алымдары эшләнә һәм БР‑ҙа а.х. индерелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Әҙәб.: Удобрение, урожайность и качество зерна озимой ржи. М., 2005 (авторҙ.); Яровой рапс. М., 2008 (авторҙ.); Эффективность и перспективы производства ярового рапса в Республике Башкортостан. М., 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика