НУРҒӘЛИЕВ Данис Карл улы (1.9. 1956, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Абдулла а.), инженер‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1997), проф. (2000). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005), РФ‑тың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2000). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 1997 й. алып геофизика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1998 й. башлап лаб. етәксеһе һәм 2007 й. — проректор. 2013 й. алып Ҡазан (Волга буйы) федераль ун‑тының Геология һәм нефть‑газ технологиялары ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге палеогеофизика һәм нефть геологияһы б‑са тикшеренеүҙәргә бәйле. Н. тарафынан ултырма япмала нефть ятыштары барлыҡҡа килеүенә геодинамик процестар тәьҫир итеүе нигеҙләнә, уның етәкс. хәҙ. күл ҡатламдарын палеогеофизик тикшереү технологиялары эшләнә. “Ултырма тоҡомдар буйынса палеобыуаттағы геомагнит вариацияларын тергеҙеү һәм тикшереү” фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. ТР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (2009).

Х е ҙ м.: Палеомагнитный анализ. Казань, 1986 (авторҙ.); Geomagnetic secular variations through the last 3500 years as recorded by lake Aslikul sediments from eastern Europe (Russia) //Geophysics Research Letters. 1996. Vol. 23. №4 (авторҙ.); The K/T boundary of Gams (Eastern Alps, Austria) and the nature of terminal Cretaceous mass extinction (Andrei F. Grachev, Editor) //The Geological Survey of Austria. Vienna, 2009 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика