НУРҒӘЛИЕВА Мәрйәм Ноғоман ҡыҙы (20.3.1916, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Йомран а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Йомран а., — 31.10. 2003, Мәскәү), химик, педагог‑методист. Химия ф. канд. (1942). Урта Азия ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1938) Үзбәк ССР‑ы ХКС‑ы эргәһендәге Фәндәр ком‑тында, 1939 й. алып СССР ФА‑ның Үзбәкстан һәм 1943 й. — Ҡырғыҙстан филиалдарында (өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй, 1946 й. башлап Латвия ун‑тында (Рига) уҡыта. 1959—84 йй. БДУ‑ла: 1964—69 йй. органик булмаған химия каф. мөдире (беренсе), 1975—79 йй. химия ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге гетероген катализды, адсорбция күренештәрен тикшереүгә арналған. Н. ҡатнашлығында этиленды көмөш нигеҙендәге катализаторҙарҙы файҙаланып этилен оксидына тиклем окисландырыу ысулы табыла, ул Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) индерелгән. 30 фәнни хеҙмәт һәм урта мәктәптәр өсөн уҡытыу‑методик ҡулланма, 1 уйлап табыу авторы. 

Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика