АНДРЕЕВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Урман Гәрә й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 537 кеше; 1920 — 542; 1939 — 541; 1959 — 575; 1989 — 439; 2002 — 380; 2010 — 357 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ямаҙы урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1627 й. Ҡазан даруғаһында яһаҡлы удмурттар нигеҙ һала. Шулай уҡ Ноҡрат исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 92 кеше йәшәгән, 1865 й. 41 йортта — 280 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. тимерлек, иген һурҙыртҡыс, бакалея кибете теркәлгән.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018