НӨГӨШ ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Нөгөш йылғаһында (Ағиҙел й. басс.). Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Мәләүез р‑ны Нөгөш а. эргәһендә йылға тамағынан 48 км алыҫлыҡта Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу майҙаны 2827 км2 (йылға басс. 74%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 1041 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 400 млн м3, файҙалы күләме 356 млн м3, һыу өҫтө майҙаны 25 км2; уртаса оҙонлоғо 10 км (макс. 25 км), уртаса киңлеге 1 км (макс. 5 км), уртаса тәрәнлеге 16 м (макс. 28 м). Гидроузел составы: тупраҡтан өйөп һалынған плотина (оҙонлоғо 2187 м, өҫкө һырты б‑са киңлеге 7 м, макс. бейеклеге 31 м); ташҡын ағыҙғысы (оҙонлоғо 1311,0 м, киңлеге 75,5 м) булған һыу ебәргес ҡоролмаһы (4 тармаҡтан тора); плотина эргәһендә гидроэлектростанция булған һыу төбөндәге һыу сығарғыс; 750 м оҙонлоҡтағы, 18 м киңлектәге һыу ағыҙыу каналы. Һыуы сөсө. Тәғәйенләнеше: ағымды миҙгелле көйләү, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡҡ. һыу менән тәьмин итеү, электр энергияһын эшләп сығарыу. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла. 1967 й. төҙөлгән.

Ә.Р.Ғәббәсов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Яндекс.Метрика