НОСКОВ Александр Киприянович (22.8.1872, Уральск ҡ. – 1961, Өфө), географ, геоботаник. Геогр. ф. канд. (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1896) уҡытыусылар семинарияһында (Өфө өйәҙе Благовещен заводы ҡасабаһы), 1899 й. алып Эрбет ҡыҙ балалар гимназияһында, 1902 й. – Ырымбур ҡ. ир балалар гимназияһында, бер үк ваҡытта 1902—03 йй. Ҡырғыҙ уҡытыусылар мәктәбендә, 1908 й. башлап Петербургта коммерция училищеларында эшләй, бер үк ваҡытта 1912—14 йй. Фребель курстары лекторы, 1914 й. алып Өфөлә: коммерция училищеһы дир., сауҙа мәктәбе инспекторы (1924 й. тиклем), бер үк ваҡытта 1920—28 йй. Халыҡ мәғарифы ин‑тында, 1922—31 йй. Өфө эшселәр ф‑тында, 1928 й. башлап СССР ФА Башҡ‑н комплекслы экспедицияһының ботаника отряды нач.; 1931 й. алып БАССР‑ҙың Гидрометеорология хеҙмәте идаралығында сектор мөдире, бер үк ваҡытта 1932—33 йй. РСФСР‑ҙың Игенселек ХК‑ның Үҙәк комиссияһында, 1933—36 йй. Башҡ‑н тупраҡ‑ботаника бюроһында гербарий мөдире, 1934—36 йй. БАХИ‑ла; 1935—61 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1945— 48 йй. физик геогр. каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре биогеографияға, геоботаникаға, тыуған яҡты өйрәнеүгә, метеорологияға арналған. Н. етәкс. ботаник‑географик районлаштырыу үткәрелә, респ. быға тиклем билдәле булмаған ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлек төрҙәре асыҡлана, гербарий йыйыла (6 мең япраҡ). Тәбиғәт белемен, антропологияны һәм этнографияны яратыусылар йәмғиәтенең (1907), Рус география йәмғиәтенең (1909), Бөтә Рәсәй ботаника йәмғиәтенең (1939) тулы хоҡуҡлы ағзаһы. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Материалы к флоре Востока Европейской России (Стерлитамакский уезд) //Известия Оренбургского отдела Императорского русского географического общества. Оренбург, 1909. Вып.21; Урал //Башкирский краеведческий сборник. Уфа, 1927. №2; Уфа и её окрестности //Труды Ботанического сада АН СССР. 1931. Т.42. Вып.2.

Әҙәб.: К у ч е р о в Е.В. Носков — ботаник и краевед //Башкирский край и его народы: тез. респ. конф. Уфа, 1990; С е м ё н о в а С.Ю. Исследователь природы Урала (А.К.Носков) //Башкирский край: сб. ст. Уфа, 1994. Вып.5. 

Ю.В.Ергин, А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика