НИТРО‑ ҺӘМ НИТРОЗОБЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаһында углерод атомы м‑н бәйләнгән бер йәки бер нисә нитро‑ йәки нитрозотөркөм булған органик берләшмәләр. Нитроалкандар — төҫһөҙ, һыуҙа насар эрегән шыйыҡсалар, 2 таутомер формала була, наркотик тәьҫире бар, тын алыу юлдарын һәм күҙҙе ярһыта, дөйөм йоғонтоло ағыуҙарға ҡарай. Ароматик нитроберләшмәләр — һары төҫтәге, үҙенсәлекле еҫле, органик эреткестәрҙә эреүсе шыйыҡса йәки кристаллик матдә, нервы һәм ҡан‑тамыр системаларын хәлһеҙләндерә. Ароматик ди‑ һәм тринитроберләшмәләр бензол, нафталин, антрацен м‑н молекуляр (кристаллик) берләшмәләр барлыҡҡа килтерәләр. Полинитроберләшмәләр йылытҡан ваҡытта шартлап тарҡалалар. Ароматик нитроберләшмәләр ҡайтарыу реакцияһына инәләр. Нитропарафиндар альдегидтар һәм кетондар м‑н нитроспирттар барлыҡҡа килтереп конденсирланалар, уларҙы дегидратлап нитроолефиндар алалар. Беренсел һәм икенсел нитроберләшмәләр алифатик аминдар һәм формальдегид м‑н аминосығарылмалар барлыҡҡа килтереп реакцияға инәләр (Манних реакцияһы). Нитрозоберләшмәләр башлыса димер формаһында осрай, эреткәндә йәки ҡыуғанда мономер формаһына күсә. Мономерлы нитрозоберләшмәләр – зәңгәр (йәшел) төҫтәге газ йәки шыйыҡса, димерлы — төҫһөҙ кристаллик матдә. Күп органик эреткестәрҙә эрейҙәр, ҡайһы берҙәренең канцероген һәм мутаген үҙенсәлектәре бар. Нитрозоберләшмәләр оксимға изомерлаштырыу (водород атомы м‑н α-урынға ҡушылыу өсөн), ярашлы нитроберләшмәләргә окисланыу, гидроксиламинға йәки аминдарға ҡайтарылыу һ.б. реакцияларға инәләр. Алифатик нитроберләшмәләрҙе — туйынған углеводородтарҙы шыйығайтылған азот к‑таһында шыйыҡ фазала йәки парҙа нитратлаштырыу юлы м‑н ароматик нитроберләшмәләрҙе ярашлы берләшмәләрҙе көкөрт һәм азот к‑талары ҡушымтаһы м‑н (нитратлаштырыу ҡушымтаһы) нитратлаштырып йәки ароматик аминдарҙы окислап алалар. Алифатик нитрозоберләшмәләрҙе — беренсел аминдарҙы йәки гидроксиламиндарҙы окислап, ароматик нитрозоберләшмәләрҙе ароматик берләшмәләрҙе нитрозлап алалар. Н.‑һ.н. буяуҙар, аминокислоталар, дарыуҙар, полимерҙар һәм каучуктар, коррозия ингибиторҙары, фунгицидтар, гербицидтар, биологик актив матдәләр, шартлаусан матдәләр синтезлауҙа ҡулланалар. Башҡортостанда “Авангард” пр‑тиеһында нитробензол (анилин алыу өсөн сеймал), 1,5‑динитробензол, мононитроксилол һ.б. берләшмәләр етештереү үҙләштерелгән. Органик химия институтында 1,3‑динитроарендар нигеҙендә физиологик актив берләшмәләр алыу ысулдары табылған. Аритмияға ҡаршы һәм терапевтик үҙенсәлеге б‑са билдәле дарыуҙарҙан яҡшыраҡ булған 3‑(2‑гидроксиэтил)-1,5-динитро‑3‑азабицикло[3.3.1]нон‑6‑ен гидрохлоридын алыуҙың бер реакторлы ысулы табылған. Ароматик диазоберләшмәләрҙең нитросығарылмалары төҫлө энтомологик елем алыу өсөн һары пигмент булараҡ ҡулланыла. 

В.А.Докичев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика