НИКОЛАЕВ Василий Васильевич (11.2.1939, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Сыуаш‑Ҡарамалы а. — 28.6. 2007, С.‑Петербург, тыуған яғында ерләнгән), инженер‑механик. Сыуашстан Респ. Милли фән һәм сәнғәт акад. почётлы акад. (2001). Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1996). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1992), СССР‑ҙың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1989). ӨНИ‑не тамамлаған (1967). 1957—59 йй. “Башсантехмонтаж” тресының Салауат махсус идаралығында, 1962 й. алып Салауат нефтехимия комб‑тында эшләй: инженер, лаб. нач., цех начальнигы. 1976 й. башлап “Оренбурггазпром” ЯСЙ‑нда: гелий з‑дының баш инженеры һәм дир., 1986 й. алып нач. урынбаҫары, баш инженер, 1989 й. – нач., 1991—2002 йй. ген. директор. Фәнни хеҙмәттәре тәбиғи газдан гелий алыу, газ ҡатышмаларын мембрана ярҙамында бүлеү, тәбиғи газ һәм газ конденсатын әҙерләү һәм эшкәртеү технологияһын камиллаштырыу проблемаларына, юғары көкөртлө газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу үҙенсәлектәренә арналған. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 34 уйлап табыу авторы. Сыуашстан Респ. Дәүләт пр. лауреаты (2001, 2006). Почёт орд. м‑н бүләкләнгән (1996). Н. исеме м‑н тыуған ауылында урам аталған.

Х е ҙ м.: Основные процессы физической и физико‑химической переработки газа. М., 1998 (авторҙ.). 

И.Г.Тарасов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика