НИКИФОРОВ Михаил Тихонович (7.11.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Казанка а. — 30.10.1993, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Бүздәк с‑зы Комсомол бүлексәһе а., хәҙ. Комсомол а.; ш. уҡ р‑ндың Михайловка а. ерләнгән), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1936 й. алып “Бүздәк” с‑зында эшләй: тракторсы, 1938—39 йй. шофёр, 1947 й. башлап тракторсы‑комбайнсы, 1950 й. — һөтсөлөк фермаһы идарасыһы, 1954—78 йй. бүлек идарасыһы. Үҫемлекселектә юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 26,5 ц/га тәшкил итә (1965). Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән. Комсомол а. уның исеме м‑н урам аталған.

Әҙәб.: П а й в и н И. На своём месте //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж.Х.А.Шәрипова

Яндекс.Метрика