НИКИТИН Николай Моисеевич [19.12. 1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Мәнеү а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 13.10.2008, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Ауырғазы р‑нында И.В. Мичурин ис. к‑зда эшләй: 1948 й. башлап баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 1960—63 йй. һәм 1965—85 йй. комплекслы бригада бригадиры, 1964—65 йй. рәйес урынбаҫары. Н. бригадаһы үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы — 34 ц/га, шәкәр сөгөлдөрөнөкө — 207, картуфтыҡы — 181, һуғандың — 166 ц/га тәшкил итә (1980). Ленин (1971, 1976, 1981), Окт. Революцияһы (1974), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.