НИИНЕФТЕХИМ, С С С Р Н е ф т ь э ш к ә р т е ү һ ә м н е ф т е х и м и я с ә н ә ғ ә т е м и н и с т р л ы ғ ы н ы ң Н е ф т е х и м и я п р о и з в о д с т в о л а р ы ғ и л м и - т и к ш е р е н е ү и н с т и т у т ы. 1960 й. Өфөлә ойошторола. 1992 й. Нефтехимия һәм катализ институты итеп үҙгәртелә. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть сеймалы ресурстарын арттырыу, мономер һ.б. химия продукттарын синтезлау ысулдарын, төрлө каталитик процестар һәм катализаторҙар әҙерләү технологияларын, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу алымдарын уйлап табыу. Институт составына 10 лаб., тәжрибә з‑ды (ҡара: Нефтехим тәжрибә заводы) була. 1992 й. 106 ғилми хеҙм‑р эшләгән, улар араһында 2 фән д‑ры һәм 36 фән канд. була. Институт хеҙм‑рҙәре тарафынан нафталин алыу һәм кәрәсин-газойль фракцияларын, пиромеллит диангидридын, синтетик о-крезолды (етештереү Түб. Тагил пластик массалар з‑дында үҙләштерелгән), сульфоксид һәм сульфондарҙы (етештереү Химия ин‑ты м‑н берлектә, тәжрибә з‑дында үҙләштерелгән), углеводородлы эреткестәрҙе, ИНПАР-1 маркалы коррозия ингибиторҙарын һәм парафин ҡатламдарын (тәжрибә з‑дында етештерелә, БР һәм Көнбайыш Себер нефть промыслаларында ҡулланыла), юғары алюминорганик берләшмәләрҙе, баҡыр-хром катализаторҙарын (етештереү Өфө НЭЗ‑ының катализаторҙар ф‑каһында, Волгодонск химия з‑дында үҙләштерелгән), Мерокс катализаторын (етештереү тәжрибә з‑дында, Куйбышев, Яңы Баҡы, Яңы Өфө НЭЗ‑дарында үҙләштерелгән) комплекслы эшкәртеү, майҙарҙы гидрирлау технологиялары эшләнә. Эйәрсен нефть газын һәм газ ташландыҡтарын көкөртлө водородтан яғыулыҡ газы м‑н тауар продукттары алып таҙартыу технологияһы уйлап табыла. Институт биргән регламенттар б‑са КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ының (ҡара: “Уфанефтехим”), Куйбышев НЭЗ‑ының, “Ярославнефтеоргсинтез”, “Горькнефтеоргсинтез” ПБ‑ларының сәнәғәт ҡулайламалары үҙгәртеп ҡорола, “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), “Химпром” (ҡара: “Уфахимпром”) ПБ‑ларында, Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”), Яңы Өфө НЭЗ‑ында ҡулланылған технологик процестарҙы камиллаштырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. Институтта респ. тәүге тапҡыр тикшереү практикаһына хроматографик анализ ысулдары индерелә, улар нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәте пр‑тиеларында ҡулланыла. Экология проблемалары хәл ителә (эшкәртелгән эреткестәрҙе регенерациялау, газ ташландыҡтарын һәм сәнәғәт ағынты һыуҙарын ауыр металдарҙан таҙартыу). Дир.: В.Н. Кулаков (1960 й. алып), Д.Ф.Варфоломеев (1964 й. алып), И.С.Сәлихов (1966 й. алып), Рәфҡәт М.Мәсәғүтов (1971–92).  

Г.А.Кулешова

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Яндекс.Метрика