НИЗАМОВ Камил Разетдин улы [13.11.1938, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Приют ҡсб (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны)], инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1975). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) 1966 й. тиклем “Аксаковнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй. 1968 й. алып ИПТЭР‑ҙа: 1972 й. башлап лаб. мөдире, 1979 й. – бүлек мөдире, 1987—93 йй. дир. урынбаҫары, 2013 й. — баш ғилми хеҙм‑р. 1993 й. алып “Башгеопроект” ЯСЙ‑нда бүлек мөдире, 2007 й. — “Геофизика” ғилми-производство фирмаһының (икеһе лә — Өфө) баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге ресурстарҙы һаҡлаған, экологик яҡтан хәүефһеҙ булған нефть йыйыу һәм әҙерләү системаларын эшләүгә, нефть промыслаһы ҡорамалдарының һәм үткәргес торбаларының коррозияға бирешмәүсәнлеген арттырыуға бәйле. Н. ҡатнашлығында юғары һөҙөмтәле коррозия ингибиторҙары, бактерицидтар, көкөртлө водород йотоусылар һәм деэмульгаторҙар, уларҙы ҡулланыу технологиялары, техник саралары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Защита нефтепромыслового оборудования от коррозии: учеб. пособие для рабочих. М., 1983 (авторҙ.).  

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика