НИҒМӘТУЛЛИНА Фира Ғариф ҡыҙы (31.3.1933, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түб. Бетерә ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Бетерә а., — 21.2.2001, БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Һаҡмар а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). 1949—88 йй. Баймаҡ р‑нының “Һәүәнәк” с‑зында эшләй: 1953 й. тиклем һәм 1958—61 йй. быҙау ҡараусы, 1953—58 йй. һәм 1961 й. алып һауынсы. Һөт һауыу б‑са юғары күрһәткестәргә өлгәшкән (һәр һыйырҙан йылына кг): 4080 (1971—72), 3745 (1974—75). СССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966, 1976). Н. исеме м‑н Һаҡмар а. һәм Баймаҡ ҡ. урамдар аталған.

Әҙәб.: Б а г у м а н о в А. Трудное счастье //Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977.  

 

И.Ғәримова

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика