АНДРЕЕВКА, Шмитов, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 33 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 165 кеше; 1920 — 210; 1939 — 588; 1959 — 288; 1989 — 207; 2002 — 227; 2010 — 235 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, сиркәү (Скорбященско-Богородицкая сиркәүе, кирбестән, 1870‑се йй., архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға 19 б. Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусында алпауыт Аристовтың ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. Шмитовкала (А.) 74 йортта 409 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған; улус идараһы урынлашҡан. 1890 й. А. кешеләренең бер өлөшө Аристовтан һатып алынған ерҙәрҙә Шмитов а. (20 б. башында А. составына инә) нигеҙ һала. 1906 й. ш. уҡ сиркәү‑мәхәллә мәктәбе теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке