НӘҠИЕВ Әғлә Рахман улы [11.7. 1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ниғмәтулла а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 4.6.1973, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). Ҡазан а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) 1935 й. тиклем һәм 1952—61 йй. Баймаҡ р‑нының “Йылайыр” с‑зында эшләй (1952—59 йй. дир.); 1936 й. алып Благовар р‑нының БашҮБК ис. с‑зының, 1939 й. — Әбйәлил р‑нының “Красная Башкирия” с‑зының, 1945 й. — Башҡ‑н совхоздар тресының өлкән агрономы; 1946—52 йй. Башҡ‑н һөтсөлөк һәм сусҡасылыҡ совхоздары тресында: өлкән агроном, 1948 й. башлап дир. урынбаҫары; 1961—64 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында. Н. етәкс. “Йылайыр” с‑зында 6770 га сиҙәм һәм ҡалдау ер үҙләштерелгән, иген культураларының уңдырышлылығы 17,4 ц/га тәшкил иткән (1956). БАССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1957).

Әҙәб.: Я с м а н Б. Преобразователь степи //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика