НЕФТЬ ҠЫУЫУ, н е ф т т е д и с т и л л я ц и я л а у, нефть продукттарын, уларҙың компоненттарын алыу өсөн нефтте төрлө т‑рала ҡайнаған фракцияларға (дистилляттар) бүлеү. Сеймалдың ректификация м‑н парға әйләнеүенең күп баҫҡыслы (нефть массаһының 80—90%‑ты 30—550°С интервалда ҡайнаған ҡатмарлы углеводород составы һөҙөмтәһендә) йылылыҡ һәм масса алмашыу процесы (ҡара: Масса алмаштырыу аппараттары). Н.ҡ. алдан әҙерләнгән нефть (ҡара: Нефтте һыуҙан һәм тоҙҙарҙан айырыу) дусар ителә. Н.ҡ. өсөн АТ — атмосфералы торбалы (150—400 кПа баҫымда; tҡайнау 350°С тиклем төҫһөҙ дистилляттарҙы йыйыу), АВТ — атмосфера‑вакуумлы торбалы (АТ баҫҡысынан tҡайнау 350°С юғары ҡалдыҡ фракцияны йылытыу, 500—540°С‑ҡа тиклем ҡайнаған фракцияларҙы 5—15 кПа баҫымда йыйыу), ҡатнаш (АВТ блогын сеймалды электротоҙһоҙлау блогы м‑н тоташтырып, тәүге ҡыуылған фракцияларҙы ҡабаттан тарыраҡ фракцияларға ҡыуып бүлеү — ЭЛОУ‑АВТ) ҡулайламаларҙы айыралар. Төп аппараттар — ректификация колонналары (тәрилкәләр һанына һәм һуғарыу ҡабатланыуына бәйле фракцияларға бүлеүҙең аныҡлығын тәьмин итәләр), торбалы мейестәр (30—40 МВт ҡеүәтле йылылыҡ эшләгән агрегаттар), йылылыҡ алмаштырғыстар (баштағы нефтте йылытыу өсөн һуңғы ҡайнар продукттарҙың йылылығын регенерациялай). Углеводород газдар, бензин, кәрәсин, дизель, май фракциялары, вакуум газойлдәре, мазут, гудрон алалар. 360°C‑ҡа тиклем ҡайнаған фракцияларҙан бензин, дизель яғыулығы, реактив яғыулығы, бензол, этилбензол, ксилолдар, этилен һ.б. эшләйҙәр. Башҡортостанда Н.ҡ. барлыҡ нефть эшкәртеү з‑дтарының технологик схемаларына инә: ЭЛОУ‑АВТ ҡулайламалары Өфө нефть эшкәртеү заводында (ҡеүәтлеге йылына 6 млн т), Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында (7 млн т), “Салаватнефтеоргсинтез” ЯАЙ (4 млн т), “Уфанефтехим” (2 млн т) з‑дтарында ҡулланыла. 1932 й. “Востокнефть” тресының С.М.Киров ис. нефть промыслаһында (ҡара: “Ишимбайнефть”) тәүге Н.ҡ. ҡулайламаһы (тәүлегенә 750 л бензин сығара), 1933 й. — бензиндан айырыу ҡулайламаһы (бензин, кәрәсин, мазут эшләүсе), 1936 й. Ишембай нефть ҡыуыу з‑дында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) ҡеүәте йылына 500 мең т булған ҡулайлама, Өфө крекинг з‑дында тәж. Н.ҡ. ҡулайламаһы (1938 й. АВТ моделендә 117 т бензин сығарыла) төҙөлгән. 1948 й. Өфө нефть эшкәртеү з‑дында — АВТ‑2 ҡулайламаһы, 1951 й. Яңы Өфө нефть эшкәртеү з‑дында — АВТ‑1 ҡулайламаһы, 1954 й. 18‑се комб‑тта (Салауат ҡ.) — АТ‑1, 1957 й. Черниковка нефть эшкәртеү з‑дында АВТ‑1 ҡулайламалары ҡулланылышҡа индерелгән. 1974—82 йй. Ҡарман ДРЭС‑ын яғыулыҡ м‑н тәьмин итеү өсөн Ҡарман нефть эшкәртеү з‑дында АТ‑3 бензин айырыу ҡулайламаһы эшләй. Н.ҡ. процесы теорияһын үҫтереүгә К.Ф.Богатых, А.А. Кондратьев, Б.К.Марушкин һ.б. өлөш индергән. 

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Яндекс.Метрика