НЕФТЬ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, нефть сығарыу, эшкәртеү, нефтехимия, газ сәнәғәттәре өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы; проф. һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Н.б.б.б. 1932 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Көнсығыш нефть техникумы (Стәрлетамаҡ нефть техникумы итеп үҙгәртелгән, хәҙ. Ишембай нефть колледжы) асылғандан һуң үҫешә башлай; унда әҙерләнгән белгестәргә инженер квалификацияһы бирелгән. 1940 й. Ишембай, Өфө ҡҡ. Әзербайжан ситтән тороп белем биреү нефть ин‑ты филиалдары ойошторола. 1941 й. Өфөгә И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑ты эвакуациялана, 1942 й. Ишембай, Стәрлетамаҡта уның филиалдары эшләй. 1943 й. Өфө филиалы (етәкселәре А.В.Фатеев, В.Г.Рубинштейн), уның нигеҙендә 1948 й. Өфө нефть ин‑ты (ҡара: Нефть техник университеты) ойошторола. ӨНИ‑нең 1956 й. Октябрьский киске бүлеге (1984 й. алып филиал), 1962 й. Стәрлетамаҡ дөйөм техник ф‑ты (1983 й. алып филиал) асыла. 1956 й. башлап Салауат ҡ. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тының уҡытыу‑консультация пункты (һуңынан филиал) эшләй башлай. 1962 й. уның нигеҙендә ӨНИ‑нең Салауат киске ф‑ты (1983 й. алып филиал) ойошторола. ӨДНТУ‑ла һәм уның филиалдарында инженерҙар әҙерләү нефть һәм газ индустрияһының бөтә етештереү тармаҡтарын үҙ эсенә алған 36 һөнәр (шуларҙың 12‑һендә бакалавриат эшләй) б‑са алып барыла. Нефть сәнәғәте өсөн махсус урта белемле техник хеҙм‑рҙәр әҙерләгән уҡыу йорттары комплексы 20 б. уртаһында формалаша. 1946 й. Өфө нефть техникумы асыла, 2003 й. Яғыулыҡ‑энергетика колледжы составына инә, нефть һәм газ эшкәртеү, нефтехимия, газ һәм нефть үткәргес торбалары, газ һәм нефть һаҡлағыстар ҡороу һәм файҙаланыу б‑са техниктар әҙерләй. 1951 й. БАССР (Дүртөйлө, Приют, Серафимовка ҡасабалары), ТАССР (Лениногорск, Түб. Кама, Әлмәт ҡҡ.), Төмән өлк. (Нефтеюганск, Сорғот, Түб. Варта ҡҡ.) филиалдары м‑н Октябрьский нефть техникумы (ҡара: Октябрьский нефть колледжы) ойошторола. Нефть һәм газ скважиналарын быраулау, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау һәм улар геологияһы, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалауҙа геофизик ысулдар ҡулланыу б‑са белгестәр әҙерләй. 1962 й. Нефтекама киске техникумына (ҡара: Нефтекама нефть колледжы) нигеҙ һалына. Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һ.б. һөнәрҙәр б‑са белгестәр сығара. Профессиональ‑техник белем биреү системаһына ҡараған 15‑се, 60‑сы (Стәрлетамаҡ), 42‑се (Мәләүез ҡ.), 56‑сы (Октябрьский ҡ.), 59‑сы (Нефтекама ҡ.) һөнәрселек лицейҙарында, 9‑сы (Благовещенск ҡ.), 19‑сы (Салауат), 21‑се (Ишембай) һөнәрселек уч‑щеларында квалификациялы эшселәр әҙерләнә. 30‑сы йй. башында Башҡ‑н хужалыҡ етәкселәренең һәм инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү ин‑тында нефть сәнәғәте хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү системаһы ойошторола, ин‑ттың БАССР (Баймаҡ, Белорет, Ишембай, Өфө ҡҡ.), Ҡаҙаҡ ССР‑ы (Ҡарағанда ҡ.), Куйбышев (Куйбышев ҡ.) һәм Ырымбур (Орск ҡ.) өлк. филиалдары булдырыла. Уҡытыу етештереү характерына һәм алдан алынған белем кимәленә ҡарап индивидуаль план б‑са алып барылған. 1994 й. алып инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү ӨДНТУ‑ның Өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында, Тармаҡ‑ара квалификация күтәреү институтында, пр‑тиеларҙағы махсус курстарҙа үткәрелә. Ғилми һәм__ педагогик эш өсөн белгестәр ӨДНТУ аспирантураһы, докторантураһында әҙерләнә. 1968 й. техник фәндәр канд., 1972 й. алып — докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлау б‑са махсус совет асыла. Н.б.б.б. үҫешенә В.Л.Березин, А.Ф.Богдановский, З.И.Бәхтизин, В.Е.Губин, З.И.Сөнәев, А.И.Спивак, А.М.Шаммазов һ.б. тос өлөш индерә.  

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Яндекс.Метрика