НЕФТТЕҢ КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, нефттә булған (0,01—10%) көкөрторганик берләшмәләр. Меркаптандарҙан, сульфидтарҙан, тиаарендарҙан, ҡуйыртылған гетероциклик берләшмәләрҙән һ.б. тора. Дарыуҙар, эластомерҙар, эреткестәр, экстрагенттар, пестицидтар, мал аҙығына өҫтәмәләр һ.б. етештереү өсөн ҡулланыла. Н.к.б. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. Н.Д.Зелинский тарафынан башлана, 40‑сы йй. С.С.Намёткин дауам итә (ҡара: Яғыулыҡты көкөрттән таҙартыу). 50‑се йй. Башҡортостанда Химия ин‑тында Р.Д.Оболенцев етәкс. Н.к.б. тикшереү башлана. Бензин фракцияларында меркаптандар, сульфидтар идентификациялана (Б.В.Айвазов, Ә.Я.Байкова, С.С.Криволапов), 200‑ҙән ашыу Н.к.б. синтезлана, уларҙың физик, физик‑химик үҙенсәлектәре өйрәнелә. Н.к.б. миҡдарын анализлау (В.Г.Бухаров, В.И.Дронов, В.И.Хвостенко), кире масс‑спектрометрия (И.И.Фурлей, В.С.Шмаков), меркаптандар экстракцияһы (А.И.Воробьёва, Е.А.Макова, Г.М.Прохоров) алымдары, меркаптанһыҙлаштырыу процесы, нефть сығарыуҙа, а.х. ҡулланыу өсөн меркаптандарҙы, дисульфидтарҙы, көкөртлө водородты уларҙың сығарылмаларына әйләндереү (Л.Ә.Баева, А.А.Вольцов, Н.К.Ляпина, А.Д.Улендеева), сульфидтарҙы айырыу, һуңынан сульфоксидтарға, сульфондарға окисландырып, уларҙың концентраттарын алыу (М.Ф.Бондаренко, Ляпина, Р.М.Мәсәғүтов, Ю.Е.Никитин, А.Х.Шәрипов) ысулдары уйлап табыла. Н.к.б. каталитик гидрогенолизының механизмы (Ә.Р.Ҡузыев, А.В.Машкина, Л.Н.Хәбибуллина һ.б.), Ляпина етәкс. — Урал‑Волга буйы, Себер, Ҡаҙағстан нефттәренең уртаса, юғары т‑раларҙа ҡайнаған фракцияларындағы Н.к.б. химик составы, төҙөлөшө, үҙенсәлектәре, нефть продукттарын углеводородлы булмаған компоненттарҙан һәм олефиндарҙан таҙартыу ысулдары, Никитин етәкc. сульфоксид концентраттарының экстракцияға һәләтлеге өйрәнелә; төҫлө, радиоактив, һирәк металдарҙың экстрагенттары (Н.Ғ.Афзалетдинова, Ю.И.Муринов), көкөрт, азот һ.б. оксидтарының селектив сорбенттары (Ғ.Ғ.Бикбаева) эшләнә. Н.к.б. төркөм составының нефтле ҡатламдарҙың литологияһына бәйле булыуы асыҡлана. Урал‑Волга буйы, Көнбайыш Себер, Урта Азия көкөртлө нефттәренең яңы классификацияһы тәҡдим ителә (Ляпина, В.С.Никитина, М.А.Парфёнова, Улендеева). Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда Мәсәғүтов етәкс. нефть сульфидтарының, сульфоксидтарҙың үҙенсәлектәре өйрәнелә, улар нигеҙендә асфальт‑ыҫмала‑парафин ултырмалары һәм коррозия ингибиторҙары булдырыла (Н.В.Прокшина, Шәрипов); Шкапов газ эшкәртеү заводында индерелгән еңел меркаптандарҙы дисульфидтарға окисландырыу процесы (С5 тиклем) эшләнә (Мәсәғүтов, Прокшина, И.С.Фәйзрахманов, Шәрипов һ.б.).

Әҙәб.: Физико‑химические константы сераорганических соединений. М., 1964; Оболенцев Р.Д., Байкова А.Я. Сераорганические соединения нефтей Урало‑Поволжья и Сибири. М., 1973; Ляпина Н.К. Химия и физико‑химия сераорганических соединений нефтяных дистиллятов. М., 1984.

Н.К.Ляпина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика