НЕФТТЕҢ АЗОТОРГАНИК БЕР- ЛӘШМӘЛӘРЕ, нефть составындағы бер, hирәгерәк 2 hәм унан да күберәк азот атомы булған органик берләшмәләр. Н.а.б. нейтраль (пирролдың бензол сығарылмалары),__ hелтеле (пиридин hәм уның сығарылмалары), аҙ hелтеле (амидтар, лактамдар) hәм металлы порфириндарға айыралар. Бөтә нефттәрҙә лә (0,5— 3,2% тирәhе) осрай hәм миҡдары б‑са нефттең гетератом органик берләшмәләре араhында 2‑се (көкөрторганик берләшмәләрҙән ҡала) йәки 3‑сө (нефттең кислородорганик берләшмәләренән ҡала) урынды алып тора. Ҡайhы бер Н.а.б. канцероген (пиридиндың бензол сығарылмалары) йәки мутаген активлығы бар. Нефтте ҡыуғанда Н.а.б. башлыса юғары т‑рала ҡайнаған фракцияларҙа hәм нефттең ҡыуылмай ҡалған өлөшөндә туплана. Башҡортостанда Н.а.б. б‑са тикшеренеүҙәр 1970—85 йй. В.Г. Беньковский етәкс. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) алып барыла. Н.а.б. БР нефттәрендәге миҡдары билдәләнгән (1,5% тирәhе), бензин, дизель яғыулығы hәм tҡайнау 300— 400°C булған газойль составында 35‑тән ашыу берләшмәләрҙең төҙөлөшө асыҡланған (күбеhенсә алкиланилиндар, алкил‑, циклоалкилпиридиндар hәм уларҙың бензол сығарылмалары). Уларҙы комплекслы берләшмәләр булдырыу ысулы м‑н төрлө нефть продукттарынан сығарып алыу юлдары эшләнә (Ә.Я.Байкова, И.Г.Конкина). Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда hәм НИИнефтехимда Н.а.б. нефть эшкәртеү барышына hәм майҙың йәки яғыулыҡтың эксплуатация үҙенсәлектәренә тәьҫир итеүен асыҡлау эштәре алып барыла (Р.М.Мәсәғүтов, А.С.Эйгенсон).

Әҙәб.: Состав азотистых оснований, содержащихся в дистиллятах вторичной переработки нефти //Химия и физика нефти и нефтехимический синтез: сб. науч. тр. Уфа, 1976; Б о л ь ш а к о в Г.Ф. Азоторганические соединения нефти. Новосибирск, 1988. 

Н.К.Ляпина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика