НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ КОМПЛЕКС, өҫтә һәм аҫта ятҡан тоҡомдарҙан литология яғынан айырылып торған, нефте һәм тәбиғи газы булған геол. киҫелештең бер өлөшө. Көньяҡ Татар көмбәҙендә, Башҡорт көмбәҙендә һәм Саҡмағош‑Өфө зонаһында юғары продуктлы ятыштарҙың күпселеге девон терриген Н.һ.г.к. горизонттарына тура килә, дөйөм ҡалынлығы 170 м тиклем (Туймазы нефть ятҡылығы, Шкапов нефть ятҡылығы, Ҡушкүл нефть ятҡылығы, Сергеевка нефть ятҡылығы һ.б.). Өҫкө девон‑аҫҡы таш күмер карбонатлы Н.һ.г.к. (ҡалынлығы 190—940 м) горизонттарҙың бөтәһе лә тиерлек нефтле (Яңы Уҙыбаш һ.б. ятҡылыҡтар). Аҫҡы таш күмер терриген Н.һ.г.к. (дөйөм ҡалынлығы 3—150 м һәм унан да күберәк) өсөн коллекторҙарҙың түбән тотороҡло булыуы, литологик составының ҡырҡа үҙгәреүе хас; иң продуктлы нефть ятыштары Үрге Кама уйпатлығы, Бөрө биләне һәм Башҡ. көмбәҙенең ситке өлөшө сиктәрендә ҡомташ зонаһына тура килә (Арлан нефть ятҡылығы һ.б.). Аҫҡы-урта таш күмер карбонатлы Н.һ.г.к. (эзбизташ һәм доломит, дөйөм ҡа‑ лынлығы 200—600 м) Үрге Кама уйпатлығы һәм Башҡ. көмбәҙе сиктәрендә үҫешкән (Вояҙы, Игровка, Ҡуҙбай, Тәтешле, Уръябаш һ.б. ятҡылыҡтар). Урта таш күмер терриген-карбонатлы Н.һ.г.я. (ҡалынлығы 27—114 м) эзбизташ, мергель, аргиллит, алевролит һәм һирәгерәк ҡомташтарҙың ҡатла‑ уынан тора (Сытырман, Йөгәмеш, Игровка һ.б. ятҡылыҡтар). Урта‑өҫкө таш күмер Н.һ.г.к. (ҡалынлығы 356—2000 м) башлыса карбонатлы тоҡомдарҙан ғибәрәт; комплекстың продуктлы ҡатламдары айырыуса Үрге Кама уйпатлығында, Башҡ. көмбәҙендә (Арлан, Вояҙы, Ҡуҙбай һ.б. ятҡылыҡтар), Мораҡ депрессияһында (Арыҫлан, Волостновка һәм Һарытау ятҡылыҡтары), Йүрүҙән‑Сылва депрессияһының көнбайыш битләүендә (Ҡыҙылбай майҙаны), Шихан‑Ишембай биләненең көньяҡ өлөшөндә (Тәйрүк майҙаны) күҙәтелә. Аҫҡы пермь карбонатлы Н.һ.г.к. (ҡалынлығы 190— 3500 м) ангидрит, гипс һәм таш тоҙ ҡатыш әселе‑һаҡмар, әртә һәм көңгөр эзбизташтарынан, саҡматашлы мергелдәрҙән, алевролиттарҙан һәм ҡомташтарҙан тора. Урал алды бөгөлөндә Мораҡ һәм Ағиҙел депрессиялары, Шихан‑Ишембай биләне сиктәрендә үҫешкән Н.һ.г.к. рифлы зонала күҙәнәкле, күҙәнәкле‑ҡыуышлы эзбизташтар һәм доломиттарҙан, кинйәбулат тибындағы антиклиналь йыйырсыҡтарҙа сатнаған карбонатлы тоҡомдарҙан ғибәрәт. Респ. платформа өлөшөндә аҫҡы пермь Н.һ.г.к. нефть һәм газ сығанаҡтары тотош таралған (ҡара: карта). 

Р.Х.Мәсәғүтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Карта: Волга-Урал нефтле һәм газлы провинцияһы (Е.В.Лозин буйынса)

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика